+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2020, 21:17

ҠАҘАҒСТАН. ДАРИҒАНЫ ГӨЛНАРАНЫҢ ЯҘМЫШЫ КӨТӘМЕ?

Советтар союзы тарҡалғандан һуң азатлыҡ яулаған республикалар әле булһа беренсе етәксе мәсьәләһен хәл итә алмай йонсой. Бер яҡтан ҡараһаң, бының өсөн артыҡ бер нимә лә талап ителмәй, демократик шарттарҙа һайлауҙар үткәрәһең һәм властҡа иң көслө сәйәсмән килә. Эйе, Балтик буйы илдәрендә тормошҡа ашырырға мөмкин, ләкин Урта Азия шарттарында быны ғәмәлгә ашырыу ҙур мәшәҡәтҡә әйләнә.

Советтар союзы тарҡалғандан һуң азатлыҡ яулаған республикалар әле булһа беренсе етәксе мәсьәләһен хәл итә алмай йонсой. Бер яҡтан ҡараһаң, бының өсөн артыҡ бер нимә лә талап ителмәй, демократик шарттарҙа һайлауҙар үткәрәһең һәм властҡа иң көслө сәйәсмән килә. Эйе, Балтик буйы илдәрендә тормошҡа ашырырға мөмкин, ләкин Урта Азия шарттарында быны ғәмәлгә ашырыу ҙур мәшәҡәтҡә әйләнә.
Әзербайжандан башлайыҡ. Гейдар Вәлиевтан һуң уның улы Илһам Вәлиев илдә лә, халыҡ-ара аренала ла власты законлы үҙ ҡулында тота.
Тажикстанда ла властҡа еңелсә ҡарайҙар. Ә 3-4 йыл һайын ҡан ҡойошло революция үткәрелгән Ҡырғыҙстанды иҫкә алаһы ла килмәй. Сөнки уның юҫығында Үзбәкстан менән Ҡаҙағстан киләсәген һис тә күҙ алдына килтерер мөмкинлеге булмаған авторитар хакимиәттәрҙе хәтерләтә.
Үзбәкстандың мәрхүм президенты Ислам Кәримов властың һәлмәк күсеүен тәьмин итте, үҙ урынына көслө лидер ҡалдырҙы, ләкин бында әле булһа уның ҡыҙы Гөлнара Кәримова мәсьәләһе хәл ителмәгән.
Хәҙер шундай уҡ хәл көслө, ныҡлы Ҡаҙағстанға янай. Дариға Назарбаеваның властан ситләтелеүе әлегә дауыл алдынан ғына була торған шомло тынлыҡҡа дусар ителгән.
Гөлнара Кәримова ла үҙенең миллиондарын кире ҡайтарҙы, ләкин был ғына долларҙар уның иреккә сығарылыуын тәьмин итмәне. Үзбәкстандың юғары даирәләрендә Гөлнараны яҡлап сығыш яһарға теләүселәр электән бар. Бындай осраҡта, әлбиттә, көслө һәм белемле ханымды иреккә сығарыу күрәләтә илде һәләкәткә дусар итеү булыр ине.
Әлегә Дариға Назарбаева менән бәйле хәлде күҙәтеүселәр уртаҡ фекергә килә алмай. Сөнки Нурсолтан Назарбаев әле көслө, йоғонтоло сәйәсмән, һәр хәлдә, илдә нимә барғанын ул яҡшы аңлай. Ә бына ҡыҙының ҡапыл властан ситләтелеүе Нурсолтан Назарбаевтың ризалығы менән тормошҡа ашырылыуы ғына тетрәнеүҙәрҙән ҡотҡарасаҡ. Һәр хәлдә, ханымдың Англияла йөҙәр миллион долларға күсемһеҙ милек һатып алыуы һәм был хаҡта халыҡҡа билдәле булыуы тауыш-тынһыҙ ғына үтергә тейеш түгеллеге мәғлүм ине.
Бөгөн беҙ ошо мәҡәләлә Төркмәнстандың лидерын иҫкә алмаһаҡ, тарих үпкәләмәҫ һымаҡ. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки был илде тарих үҙе онотто һымаҡ. Шуға иғтибар иттем, коронавирус менән сирләүселәр иҫәбе күрһәтелгән дәүләттәр исемлегендә Төркмәнстан тәңгәлендә “0” тора. Бына башҡалар өсөн ниндәй өлгө! Бөгөн бар донъя ҡото осоп күҙәткән сирҙән азат илдә йәшәүселәр бәхетле түгел, тип кем раҫлар?
Читайте нас: