Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, йоғошло сирҙең төп таралыу урыны – ғаилә һәм кешеләр күп йыйылған урындар. Мәҫәлән, хәрби коллективтар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, ҡарттар йорттары, психоневрологик диспансерҙар, һәм, әлбиттә, яза башҡарыу хеҙмәтенә ҡараған структуралар.
Сирҙең икенсе һәм өсөнсө тулҡындарын көтөү урынлымы? Был һорауға РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эпидемиологы Николай Брико былай тип яуап бирә: “Коравирустың төп таралыу юлдары булып урындағы беренсел һәм икенсел йоғоу осраҡтары иҫәпләнә, – ти баш эпидемиолог. – Сир таралыу юлы булып инфекция сығанаҡтары, ә таралыу майҙаны булып илдәге ҡалалар тора. Тәүге осорҙа беҙ йоғошло сирҙең ситтән индерелеүенә кәртә ҡуйырға тырышһаҡ, хәҙер ундай мөмкинлек юҡ. Сөнки эпидемия үҫештең юғары фазаһында нығынды һәм дауаханаларҙа ғына көрәшергә ҡала. Эпидемиолог шулай уҡ COVID-19 өсөн инкубация осоро ике көндән егерме көнгә тиклем артыуын яңылыҡ булараҡ билдәләне. Рәсәй өсөн иң төп үҙенсәлек булып шул тора – беҙ Ҡытайҙан сирҙең тулҡын булып килеүен иҫкәртә алдыҡ. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, Европа йүнәлеше беҙҙең күҙ уңынан төшөп ҡалды. Шул сәбәпле, COVID-19 беҙҙе күпселек осраҡта көнбайыштан зарарланы”.
Йоғошло сирҙең Рәсәйгә килеүенә ҡарата Роспотребнадзорҙың үҙ ҡарашы бар. Бөгөн, мәҫәлән, Роспотребнадзорҙың етәксеһе Ольга Попова COVID-19-ҙы әлегә тулыһынса туҡтатып булмай, тип иҫәпләй. Рәсәйҙә дауаханаға эләгеүселәрҙең 20 проценты ғына сирҙе ил эсендә йоҡторған. Улар бары тик сит илдән ҡайтҡан кешеләр менән бәйләнештә булған.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге ваҡытҡа Рәсәйҙә 134 меңдән ашыу сирле теркәлгән. Ә апрель башынан барлығы 1280 кеше үлгән.