+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2020, 12:51

БАРЫҺЫ ЛА ШАРШАМБЫ БИЛДӘЛЕ БУЛАСАҠ.

Коронавирус менән көрәш буйынса кәңәшмә 6 майға тәғәйенләнгән.Был аҙна Рәсәй Президенты Владимир Путин өсөн бик көсөргәнешле буласаҡ.

Коронавирус менән көрәш буйынса кәңәшмә 6 майға тәғәйенләнгән.
Был аҙна Рәсәй Президенты Владимир Путин өсөн бик көсөргәнешле буласаҡ. Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, шаршамбыға йоғошло сиргә ҡаршы көрәш, карантин тәртибенән аҡрынлап сығыу, Еңеү байрамын үткәреү һымаҡ мөһим мәсьәләләр ҡараласаҡ. 6 майҙа Рәсәй Президенты халыҡҡа үҙенең теләктәрен дә еткерәсәк.
Шул уҡ ваҡытта, йоғошло сир менән бәйле хәлдәр Рәсәйҙә көсөргәнешле килеш ҡала. Роспотребнадзор белгестәренең сығыштарынан билдәле булыуынса, карантиндың тағы ла оҙонайтылыуы ла бик ихтимал. Әлегә фараздар яһауы ҡыйын, барыһын да 6 майҙа Президенттың үҙенән ишетәсәкбеҙ.
Читайте нас: