Тимер юл вокзалы эргәһендәге майҙан. 4-5 автомобиль килеп туҡтаны, һәр береһенән өсәр-дүртәр кеше төштө һәм улар тирә-яҡты байҡай башланы.
Рифат менән Ләйсәнгә бик оҙаҡ йүгерергә тура килде. Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, улар Салауат һәйкәле менән Ағиҙел йылғаһы араһындағы ағастар араһында туҡталды. Донъяның кеме генә юҡ, ошонда икән бар Өфөнән йыйылған төрлө халыҡ! Кемдер гитарала уйнай, берәү йырлап аҙаплана, туҡтауһыҙ тәмәке тарталар. Тәмәке генәме икән? Ҡыҙ менән егет тиҙ арала шундағы йәштәр менән танышты. Тегеләре уларҙы үҙҙәренеке һымаҡ ҡабул иттеләр. Ләйсән Рифаттың ҡолағына бышылданы:
– Матурым, батырым, мин асыҡтым.
– Хәҙер берәй нәмә ойошторабыҙ, – тине егет. Шул саҡ ул уйға ҡалды:
“Макдональдз”ҡа барһалар, бик алыҫ инде. Юлда полиция осрауы бик ихтимал. Берәйһен ебәргәндә... Шайтан алғыры, ышаныслы кеше лә күренмәй бит әле. Йә инде, аҡса тотоп, ас ултыр инде! Бынауы Ерән тигән егет ышаныслы күренә лә ул, ләкин бигерәк ябыҡ. Ҡунаҡһарайға тиклем барып етә алырмы икән? Юҡ, былай булмай! Бер нәмә табырға кәрәк!
Йәштәрҙең береһе кеҫә телефонынан, интернеттан, урындағы телеканал яңыҡтарын ҡарай башланы. Унда 18-19 йәштәрҙәге егет һәм ҡыҙҙың юғалыуы, уларға ҡурҡыныс янауы хаҡында хәбәр иттеләр. Ләйсән менән Рифат бер-береһенә һыйынды, тирә-яғына ҡаранды. Ярай, берәү ҙә иғтибар итмәне, шикелле. Ҡыҙ менән егет хаҡында хәбәр итеүселәргә аҡсалата бүләк ҡаралған икән. Шул ваҡыт ҡыҙ менән егет эргәһенә Ерән килеп ултырҙы.
– Йә, – тине ул тегеләргә аҫтыртын ҡарап. – Мин бит һеҙҙе таныным. Ә бының өсөн түләргә кәрәк.
– Өндәшмә! – тине Рифат егетте эргәһенә ултыртып. – Унлыҡ етәме?
– Етмәй. Мин бик ҡиммәт торам, – тине Ерән күҙҙәрен ҡомһоҙ ялтыратып.
– Бына һиңә биш мең, биш төргәк Биг Мак алып киләһең. Артҡан аҡса үҙеңә ҡала. Ә килгәс, бынауы унлыҡ һинеке.
– Юҡ, ун биш, – тине Ерән. – Ун биш!
Ерән ризалашҡан һымаҡ булды. Ул юғалыуға, Ләйсән хәлһеҙләнеп, Рифатҡа һыйынды. Рифат ҡайҙа барырға белмәй, тирә-яғына ҡаранды. Сөнки Ерәнгә ышанмай ине ул. Ул Рифатта ниндәйҙер шик уятты. Егет ҡыҙҙы етәкләп, аҫҡа төшөп китте һәм тимер юл яғына сығыуға, Салауат һәйкәле эргәһенә, уттарын ялпылдатып, полицейский машиналары йыйылды һәм тағы ла ҡамау башланды.
Рифат ҡаланың был биҫтәһендә бер ҙә булғаны юҡ ине. Мөмкин тиклем эскәрәк инергә кәрәк. Сөнки Салауат һәйкәле эргәһендә эттәр өргәне ишетелә башланы. Бәхеттәренә, яр буйында, кәмәләр эргәһендә, ике егет осраны.
– Егеттәр, – тине Рифат. – Бына – мең тәңкә. Теге яҡҡа сығарып ҡуйығыҙ әле.
– Риза. Йә, йә, тиҙерәк, һуңлайбыҙ.
Оҙаҡламай, ҡыҙ менән егет теге яҡ ярҙа баҡсалар яғына атланылар. Бер баҡсаға кереп ҡарағайнылар, һүгенә-һүгенә, таяҡ тотоп, бер ҡарт килеп сыҡты. Төпкәрәк үттеләр. Серәкәйҙәр мыжғый башлан. Бер өй эргәһендә туҡталдылар. Ҡапҡаны аса башлағайнылар, өйҙә ут тоҡанды һәм бер ҡатын сыҡты. Рифат уның менән бик тиҙ уртаҡ тел тапты.
– Апай, беҙгә йоҡлапсығырға рөхсәт итмәҫһегеҙме икән? Етмәһә, беҙ ас...
Апай бик ҡунаҡсыл булып сыҡты. Сәй ҡуйҙы, икмәген дә тапты, колбасаһын да телде.
– Ни эшләп йөрөйһөгөҙ? – тине ул асарбаҡтар кейемендә бер-береһенә һыйынып ултырған егет менә ҡыҙға ҡарап. – Әллә изоляторҙан ҡастығыҙмы?
– Ғәфү итегеҙ, апай, – тине Рифат. – Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Беҙ өйләнешергә булғайныҡ, ата-әсәләребеҙ туй үткәреүгә ҡаршы төштө. Беҙҙе өйләндерергә теләмәйҙәр. Бына шундай ауыр хәлгә эләктек.
Шул ваҡыт Ләйсән, күңеле болғанып, ҡоҫа башланы.
– Бәй, балаҡай, – тип аптыранды апай. – Һиндә, ҡыҙым, токсикоз түгелме һуң? Мә, йылы һыу эс тә, тыныс ҡына ятып тор. Үҙеңде һаҡларға кәрәк !
Үткән көндөң мәхшәренән арыған егет менән ҡыҙ бер нимә лә белмәй йоҡланылар. Икенсе көнөнә сәғәт 12-ләрҙә уянғас, апай уларҙы бик тәмле аш менән һыйланы.
– Яңыраҡ участковый үтеп китте, – тине ул егет менә ҡыҙға ҡарап. – “Ҡыҙ менән егет юғалды, шуларҙы эҙләйбеҙ. Күрмәнегеҙме?” – тип һорай. “Тимер юл эргәлә, бында кеше күп инде”, – тип ары ебәрҙем. Хәҙер ни эшләрһегеҙ икән, балалар?
– Беҙгә Балаҡатай районына барырға кәрәк. Шул яҡта Ләйсәндең олатаһы менән өләсәһе йәшәй. Беҙгә исмаһам, бер аҙна-ун көн тотолмаҫҡа кәрәк. Шунан һуң, беҙ ҡайтһаҡ та, бер нәмә лә булмаясаҡ.
– Һеҙ ҡабаланмағыҙ, – тине апай. – Бөгөн сыҡмағыҙ, күренмәгеҙ. Тауыш баҫылһын, ә иртәгә иртән мин һеҙгә такси яллайым. Аҡсағыҙ бар, иртәнге биштәргә килһә, төшкәрәк шунда барып етерһегеҙ. Мин картаны беләм, 200-300 километрҙан артыҡ түгел Балаҡатай. Әлегә ял итегеҙ.
– Ә телевизор ҡарарға мөмкинме? – тине Рифат.
– Ҡараһаң да, ҡарамаһаң да, шул уҡ һүҙ – һеҙҙе бик ныҡ әрләйҙәр. Һеҙҙең турала мәғлүмәт биргән кеше мулығып ҡаласаҡ.
– Ә һеҙ ниңә беҙҙе йәшерергә булдығыҙ? – тине Ләйсән.
– Мин дә һеҙҙең һымаҡ йәш булдым. Миңә лә һөйгәнем менән булырға рөхсәт итмәнеләр. Егетем мине алып ҡасырға теләгәйне. Мин баш тарттым һәм яңғыҙым ҡалдым. Әле лә яңғыҙмын. Хәҙер шуны уйлайым: үҙеңдең бәхетең өсөн көрәшә белергә кәрәк. Ә мин көрәшеүҙән ҡурҡтым. Шуға, һеҙгә ярҙам итергә булдым. Минең файҙам әҙ булды, әлбиттә. Ләкин һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы теләйем.
– Рәхмәт, апай, – тине Рифат.
– Әйҙәгеҙ,былай һөйләшәйек. Минең күршелә бер егеттең, Ғүмәр исемле, машинаһы бар, ул, заказ булһа, төрлө яҡҡа кеше ташый. Хәҙер мин ҡайтып, уның менән һөйләшәм дә, иртәгә иртәнге сәғәт 5-кә саҡырам. Юл ыңғайы, магазинға кереп, аҙыҡ-түлек тә алырмын.
Ә был ваҡытта Батыр үҙенең офисында ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, үҙе әйтмешләй, шым ғына ҡоторона ине. Юҡҡа тотондо был эшкә Батыр. Үҙенең берҙән-бер ҡыҙын ауыр хәлгә ҡуйҙы. Рифат менән уға йәшәргә бит. Былай, ҡарап тороуға, ышаныслы егеткә лә оҡшаған үҙе. Рифаттың атаһы менән һөйләшеп ҡарарғамы икән? Улар ҙа хәҙер ҡайҙа һуғылырға белмәй аптыраналыр инде...
Батыр тиҙ генә Рушанды саҡырырға ҡушты.
– Йә, Рушан, тағы нимәләр менән ҡыуандыраһың мине? – тине ул һаҡ етәксеһенә тишеп ҡарап. – Үҙең әйтмешләй, социаль яуаплылығы түбән ҡатынды таптыңмы?
Дөрөҫөн әйткәндә, шеф, – тине тегеһе, – ҡатынды һеҙҙең менән күҙләштерергә ерәнәм.
– Рушан, – тине уға Батыр. – Килтер, ҡарарбыҙ. Мин һине хәҙер нисә йыл беләм, һин юҡтан бар яһарға, ә барҙы, киреһенсә, юҡ итергә оҫтаһың. Әлеге низағ һин әйткән, дөрөҫ булһа, ҡатын арҡаһында башланды. Дөрөҫөн әйт: һин мине алданыңмы, әллә яңылыш юлға этәрҙеңме?
Рушан телһеҙ ҡалды. Сөнки Батыр уның иң йомшаҡ еренән эләктереп алды.
– Батыр Ғарифович, минең әйтер һүҙем юҡ...
– Ә һин беләһеңме, – Батыр өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы, – минең ҡыҙымдың ғүмере менән уйнайһың! Ул минең берҙән-бер ҡыҙым! Мин һиңә уны ышанып тапшырҙым, һин шуны ла үтәй алманың. Әгәр алдауыңды асһаң, ғәйебеңде таныһаң, мин һине ғәфү итеү юлдарын эҙләйәсәкмен. Ә инде һаман да ел ҡыуыуыңды, йәки алдауыңды дауам итһәң, әгәр һине фашлаһам, мин һине бер нимәһеҙ ҡалдырасаҡмын! Бының өсөн минең көсөм дә, мөмкинлектәрем дә етерлек...
– Шеф, ниңә улай бик ҡәтғи? – тип ҡалтыранды Рушан. – Мин бындай һөйләшеүгә әҙер түгелмен.
Батыр урынынан тороп китте.
– Һин әҙер түгел? Мин көнө-төнө ҡыҙымды уйлайым! Ә һин был хаҡта һөйләшеүгә әҙер түгелһең!
– Мин һеҙгә төштән һуң яуап бирәм, – тине Рушан. – Тәүҙә теге ҡатын менән осрашайым.
Рушан сығыуға, секретарша: “Әнүәр Әхмәт улы шылтырата, һеҙҙе һорай, – тине.
– Борсоуом өсөн ғәфү үтенәм, – тине Нәғимов. – Һеҙ нисектер, белмәйбеҙ, ләкин улыбыҙҙың яҙмышы беҙҙе бик ныҡ тулҡынланырға мәжбүр итә.
– Әнүәр Әхмәт улы, ғәфү итегеҙ, уйындан уймаҡ сыҡты. Мин дә үҙемдең мөмкинлектәремде артыҡ баһаланым. Килтергән уңайһыҙлыҡтарым өсөн ғәфү үтенәм. Минең һеҙгә бер ҡаршылығым да юҡ, ләкин беҙ йәштәрҙе таба алмайбыҙ...
– Нисек таба алмайһығыҙ?! – тип ҡыҙа башланы Әнүәр. – Ҡуян ҡыуған һымаҡ, бөтә Өфө буйлап баҫтырып йөрөттөгөҙ ҙә, ә хәҙер, таба алмайбыҙ, тип шыңшып ултыраһығыҙмы? Ике көн военкоматтан килделәр, армияға алып китәбеҙ, тип... Подъезымда көнө-төнө полицейский ултыра. Минең улым – юҡ һәм быларҙың башында, хөрмәтле һәм йоғонтоло кеше булараҡ, һеҙ тораһығыҙ.
– Ғәфү итегеҙ, – тип тынысландырырға тырышты Батыр Әнүәрҙе. – Шуныһын ғына әйтә алам: беҙгә уртаҡ тел табыу өсөн элегерәк аралашырға булған.
– Хәҙер беҙ иҫегеҙгә төштөкмө инде? Беҙ кәрәк булдыҡмы?
– Әйткәндәй, һеҙҙе саҡырырға тейештәр ине, өндәштеләрме? – тип әйтеүенә Әнүәр ярһып, ҡысҡыра башланы.
– Һеҙ нимә, Батыр Ғарифович, аҡсам күп, бөтәһен дә һатып алам. Теләһәм, тәғәйенләйем, теләмәһәм, вазифанан мәхрүм итәм, тип аҡса көсөнә генә ышана инегеҙме? Беҙҙең алда шундай мөмкинлек бар ине: улым менән һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы өйләндереп, уларҙың балаларын үҫтереп, ниндәй ҙур ҡыуаныс кисерә инек! Һин дә, мин дә үҙебеҙҙе шул бәхеттән мәхрүм иттек. Шуны белегеҙ, Батыр Ғарифович: мине иртәгә сәғәт унға саҡырҙылар. Улар, әлбиттә, һеҙҙең миңә ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙе белә. Рәхмәт, ул хәҙер ыңғай икән. Ләкин мин вазифанан баш тартам. Мине ул урынға былай ҙа тәғәйенләргә тейештәр ине. Ләкин һеҙ бөтәһен дә юҡҡа сығарҙығыҙ. Барыһы ла аҡсаға һатылмай. Мин урынымда ҡалам. Һәр хәлдә, аҙаҡтан бөтәһе лә миңә бармаҡ төртөп: “Ана, Мусиндың ҡоҙаһы, уға был урынды һатып алып бирҙеләр”, – тип әйтмәйәсәк.
– Беҙгә осрашырға кәрәк, – тине Батыр ауыр һөйләшеүҙән һуң.
– Минең улым менән һеҙҙең ҡыҙығыҙ табылмай тороп, мин осрашыуҙың мәғәнәһен күрмәйем, – тине Әнүәр.
Иртәнге сәғәт 5, һалҡынса ел, хаттта серәкәйҙәр осҡаны тойолмай. Кисен, ҡараңғы төшкәс, Рифат менән Ләйсән мунса инделәр. Икенсе көнөнә таң менән баҡса хужабикәһенең күршеһе килде. Ике-өс сәғәт тә үтмәне, улар Эҫем ҡалаһында ине. Сәғәт туғыҙҙа улар урындағы баҙарҙың асылғанын көтөп торҙо, водитель менән инеп, ашханала ашап сыҡтылар. Ҡыҙ менән егет һуңынан баҙарға инеп китте. Водитель сыҡһа, машина эргәһендә полицейский тора ине...
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
"Атай, әсәйемде айырмаһаң, өйгә ҡайтмайым!.."
ТӨНДӘЛЕКТӘР... УҪАЛ ҒАФФАР.