+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2020, 18:50

ЕҢЕҮ БАЙРАМЫНЫҢ ТӨП ЙҮНӘЛЕШТӘРЕ ИҒЛАН ИТЕЛДЕ.

Бөгөн Хөкүмәт ултырышында Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев 9 майҙа үтәсәк байрам сараларының төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Байрамдың төп сараларының береһе – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың наградаһын ҡабул итеү һәм уны мәңгелеккә һаҡлауға тапшырыу.Урындағы ваҡыт менән 12 сәғәттә Башҡортостан халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтен тыңлаясаҡ. “Бер минут тынлыҡ” 21 сәғәткә тәғәйенләнгән, 23 сәғәттә баш ҡала күген байрам салюты яҡтыртасаҡ, ә 23 сәғәт 50 минутта күпселек тәҙрәләрҙә мәрхүмдәр иҫтәлегенә Еңеү шәмдәре янасаҡ.

Бөгөн Хөкүмәт ултырышында Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев 9 майҙа үтәсәк байрам сараларының төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Байрамдың төп сараларының береһе – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың наградаһын ҡабул итеү һәм уны мәңгелеккә һаҡлауға тапшырыу.
Урындағы ваҡыт менән 12 сәғәттә Башҡортостан халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтен тыңлаясаҡ. “Бер минут тынлыҡ” 21 сәғәткә тәғәйенләнгән, 23 сәғәттә баш ҡала күген байрам салюты яҡтыртасаҡ, ә 23 сәғәт 50 минутта күпселек тәҙрәләрҙә мәрхүмдәр иҫтәлегенә Еңеү шәмдәре янасаҡ.
Башҡа йылдарҙан айырмалы, эпидемиологик хәл менән бәйле, байрам сараларында кешеләр күп көтөлмәй. Шулай уҡ байтаҡ саралар онлайн форматта үтәсәк.
Читайте нас: