Сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәр агентлығы апрель йомғаҡтарын иғлан итте. Уның күрһәткестәренә ярашлы, беренсе бишәү иҫәбендә Мәскәү өлкәһе, Тула өлкәһе, Чечен Республикаһы, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаһы башлыҡтары. Ә алтынсы урында – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Үткән рейтингта Радий Хәбиров 9-сы булған, хәҙер уның урынына Рөстәм Миңлеханов төшкән.