Нисек аңлатырға... Бөгөн республика ике ут араһында. Бер яҡтан, сир ҡотороп килһә, икенсе яҡтан, халыҡтың байрам рухы көрәште сир файҙаһына ауыштырмаҫмы? Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә байрамдарҙан һуң сирлеләр һанының артыуы күҙәтелгән. Үҙегеҙ беләһегеҙ, әлегә көрәш ике яҡ өсөн дә сама менән – тигеҙ иҫәптә.
Бөгөн республикала, бер ваҡытта ла булмағанса, тәртип һәм контроль талап ителә. Әгәр беҙ үҙебеҙҙе ошо көндәрҙә тыныс һәм ипле тотһаҡ, байрам рухын киң урамдарға алып сыҡмаһаҡ, байтаҡ кешенең һаулығын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Әйҙәгеҙ, Бөйөк Еңеү көнөн өйҙәребеҙҙә, баҡсаларыбыҙҙа байрам табындары ҡороп, һәр беребеҙҙең атай-олатайҙарын, әсәй-өләсәйҙәрен иҫкә төшөрөп, телевизор ҡарап үткәрәйек!