+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2020, 12:40

СИКЛӘҮҘӘРГӘ СИК ЕТЕП КИЛӘ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә Рәсәй төбәктәре башлыҡтары, РФ Хөкүмәте ағзалары менән коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса кәңәшмә үтте. Рәсәй Президенты Владимир Путин урындарҙа был мәсьәлә менән етди шөғөлләнергә, кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу буйынса барыһын да эшләргә күрһәтмә бирҙе.

Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова карантин сикләүҙәрен кәметеүгә өс этап аша үтергә тәҡдим итте. Беренсе осорҙа урамда спорт менән шөғөлләнергә, балалар менән сығырға рөхсәт ителәсәк, сикләнгән майҙандарҙа сауҙа һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.
Икенсе сиратта урамда ғаилә ағзалары менән йөрөргә мөмкин, уҡыу йорттары, эре сауҙа нөктәләре асыласаҡ. Ләкин ул урындарҙа кешеләрҙең сикләнгән булыуы мотлаҡ. Өсөнсө этапта парктарҙа социаль дистанция һаҡлап, йөрөү рөхсәт ителә. Был ваҡытта инде, ҡунаҡханалар, кафе-ресторандар эшләй башлауы ихтимал.
Ольга Попованың һүҙҙәренә ҡарағанда, талаптарҙы йомшартыу 12 майҙан башланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, сикләү сараларын һәр төбәк урындағы хәлгә ҡарата тормошҡа ашыра. Ә инде төрлө хроник сирҙәр менән ауырығандар элеккесә үҙҙәрен сикләргә тейеш, тип киҫәтелә.
Читайте нас: