Яҡутстандың Чаянда газ ятҡылығында вахтала эшләүсе яҡташтарыбыҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын дауам итә. Дүрт көндә республикабыҙ 777 эшсене ҡабул итте. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарынан. Үкенескә ҡаршы, ҡайтыусылар араһында сир йоҡтороусылар ҙа бар. Әлегә тест алыу дауам итә, сир йоҡтороу ихтималлығы булған кешеләр, улар менән аралашҡандар изоляторҙарға урынлаштырыла.