+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:02

ШУЛАЙ ИТЕП, АҠСА БАР, ТИК ҺЕҘ УҒА ИҪӘП ТОТМАҒЫҘ.

Барлыҡ донъяла аҡса һуғалар һәм, мөмкинлектән файҙаланып, фәҡирҙәргә өләшәләр. Һәр хәлдә, аҡсаны тоҡлап-тоҡлап вертолеттарҙан һәм самолеттарҙан ырғытып йөрөү юҡ, ләкин бындай ҡурҡыныс Рәсәй халҡына һис тә янамай. РФ Финанс министры Антон Силуанов, мәҫәлән: “Беҙҙең һум әлегә донъяның резерв валютаһы иҫәбендә юҡ, шуға күрә таратыуға йәки өләшеүгә иҫәп тотмағыҙ”, – тип белдерҙе. Беҙҙеңсәгә тәржемә иткәндә, был һөйләм ошолайыраҡ яңғыраясаҡ: “Һеҙ ағас аҡса тип тәнҡитләгән һум ағас түгел ә уның япраҡтары ғына. Ә самолетттан һипкән саҡта япраҡтар осоп, таралып бөтәсәк, хатта һеҙҙең ҡулығыҙға ла эләкмәйәсәк”.

Халыҡ бындай аңлатыуҙарҙы ихлас ҡабул итә. Ләкин ысынбарлыҡ көҙгә ҡарай Рәсәй етәкселеген ниндәйҙер мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүр итәсәк. Ни өсөн, тип уйлайһығыҙмы? Сөнки Рәсәйҙә быуаттар буйы йылдың йылы шундай күренеш күҙәтелә – йылы йәйҙән һуң ямғырлы көҙ һәм һалҡын ҡыш килә. Ә беҙҙә ҡышлар өсөн түләү ҡаралған. Хәҙерге көнгә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре өсөн халыҡ тарафынан түләүҙәр яртылаш кәмегән. Йылытыу, үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә монополистар ҡулында. Улар аҡса һораясаҡ һәм ул аҡсаны аласаҡ. Кемдән аласаҡ? Шул уҡ ябай халыҡтан.
Ә Хөкүмәттең ҡаҙнаһында аҡса бар. Бөгөн, мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау системаһының матди-техник базаһын нығытмай, булмай. Санитар-эпидемиологик ярҙам сифатында Рәсәй ҡаҙнаһынан 200 миллиард һум бүленгән. Бынан тыш, эшһеҙлек өсөн түләүҙәргә, социаль ярҙамға – 250 миллиард һум, Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам йөҙөнән 800 миллиард һум бүленгән. Ошо уҡ йүнәлештә төбәктәргә – 200 миллиард һум йүнәлтелгән. Бынан тыш, төбәктәрҙең бюджеттан тыш фондтары 400 миллиард һум алған.
Бындай миллиардтар таратылған саҡта вертолеттарың да кәрәкмәй. Тик ошо юҫыҡта пенсионерҙар, фәҡирҙәр исемлек буйынса ҡул аҡсаһы алһа, йәки был аҡса коммуналь сығымдар өсөн йүнәлтелһә, ифрат шәп булыр ине.
Читайте нас: