+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 10:56

ЯҠУТСТАН – БАШҠОРТОСТАН. ЯҠТАШТАР ТЫУҒАН ЯҠТАРЫНА ҠАЙТА.

Быға тиклем Яҡутстандан Башҡортостанға 777 эшсе әйләнеп ҡайтҡайны. Бөгөн төндә тағы ла 200 кеше менән самолет Өфө аэропортына төштө. Вахта аҙағына тиклем ҡайтыусыларҙың һаны 1800 самаһы буласаҡ.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тыуған яҡтарына ҡайтыусыларҙың һаулығы ҡыҙыҡһындыра. Бында мәсьәлә бик ҡәтғи һәм ҡаты ҡуйылған. Чаянда газ ятҡылығында эшләгән саҡта, әгәр йоғошло сиргә диагноз ҡуйылһа, пациентты ҡайтарыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Сиргә диагноз Яҡутстанда ҡуйылһа, улар ундағы шарттарҙа һауығып сығырға тейеш.
Башҡортостанға ҡайтҡас, эшселәрҙең һаулығы ныҡлы тикшерелә. Әгәр диагнозында шик булмаһа, уларҙы өс аҙнаға тиклем изоляторҙа урынлаштыралар. Әгәр температураһы, йүтәл, киҙеү булһа, кеше дауаханаға урынлаштырыла һәм тикшереү шунда дауам итә.
Был эште Республика Башлығы хакимиәте көндәлек һәм етди контролдә тота. Мәғлүм булыуынса, ҡалған вахтала эшләүселәрҙең барыһы ла 11 һәм 12 майға тыуған яҡтарына ҡайтып бөтәсәк.
Республика етәкселеге Яҡутстанда ҡалған сирлеләр хаҡында ла онотмай. “Әгәр унда тейешле шарттар булмаһа, мөмкинлек булһа, Роспотребнадзор рөхсәт итһә, беҙ уларҙы республикаға ҡайтарыуҙы ойоштора алабыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас: