+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2020, 21:03

АТАҺЫНЫҢ ҺҮҘЕНӘН СЫҠҠАН ӨСӨН СИТЛӘТКӘНДӘР ИКӘН.

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтандан Дариға Назарбаеваның ни өсөн властан ситләтелеүе хаҡындағы хәбәрҙәр ишетелә башланы. Бындай ҙур отставканың Нурсолтан Назарбаевтың фатихаһынан башҡа тормошҡа ашырылыуы мөмкин түгел. Ҡаҙағстанға 29 йылдан ашыу идара иткәндән һуң, 2019 йылдың мартында Нурсолтан Әбиш улы үҙ ихтыяры менән властан баш тартҡайны. Назарбаевтың хыялы – үҙенән һуң ҡеүәтле, татыу һәм сәскә атыусы дәүләт ҡалдырыу.

Ләкин уның ҡыҙы коррупцияла ғәйепләнде, етмәһә, атаһы булдырған Милли байлыҡ иғәнәһенә идара итеүгә үҙ кешеһен тәҡдим итә башлаған. Аналитиктар билдәләүенсә, Назарбаеваның Лондондағы йөҙәр миллион долларлыҡ виллаларынан һуң илдең элекке башлығы үҙенең тос һүҙен әйтергә мәжбүр булған.
Шул уҡ ваҡытта, күҙәтеүселәр Дариға Назарбаеваның парламентҡа киләһе һайлауҙарҙа ҡатнашыу ихтималлығын инҡар итмәй.
Читайте нас: