Быйылғы Еңеү байрамы хәтеремде өс ваҡиға менән тороп ҡаласаҡ. Беренсеһе – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы. Икенсеһе – Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исеме бирелеүе. Өсөнсөһө – яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова тарафынан “Еңеү көнө” йырының башҡортсаға тәржемәһе.