+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2020, 11:20

ӘЛЛӘ КҮРМӘЙ ҠАЛДЫҠМЫ, ӘЛЛӘ ҺИҘМӘНЕКМЕ?

Сит илдәр эксперттары Рәсәйҙә сирҙең таралыуын бик ентекләп күҙәтә. Мәҫәлән, уларҙы үлем осраҡтарының ни өсөн бер проценттан да кәм булыуы ҡыҙыҡһындыра.Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы, Рәсәй сирлеләр һаны буйынса иң юғары кимәлгә еттеме, әллә юҡмы, тигән һорауға яуап эҙләй. “Рәсәйҙә йоғошло сирҙең таралыуы үҙенең иң юғары нөктәһенә етеүе ихтимал” – тип белдерҙе Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиллеге етәксеһе Мелита Вуйнович. Шуныһы үкенесле, иң юғары кимәлдән сығыу үлем осраҡтарының күбәйеүенә килтереүе ихтимал. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы бөтә Ер шары буйынса күҙәтеүҙәр алып бара, күпселек осраҡта уның фараздары дөрөҫкә сыға. Мелита Вуйнович өҫтәп әйтеүенсә, сирҙе йоҡтороу осраҡтары күҙәтелә, ләкин ауырыуҙарҙың иҫәбенең артыуы тотороҡланды.

Сит илдәр эксперттары Рәсәйҙә сирҙең таралыуын бик ентекләп күҙәтә. Мәҫәлән, уларҙы үлем осраҡтарының ни өсөн бер проценттан да кәм булыуы ҡыҙыҡһындыра.
Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы, Рәсәй сирлеләр һаны буйынса иң юғары кимәлгә еттеме, әллә юҡмы, тигән һорауға яуап эҙләй. “Рәсәйҙә йоғошло сирҙең таралыуы үҙенең иң юғары нөктәһенә етеүе ихтимал” – тип белдерҙе Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиллеге етәксеһе Мелита Вуйнович. Шуныһы үкенесле, иң юғары кимәлдән сығыу үлем осраҡтарының күбәйеүенә килтереүе ихтимал. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы бөтә Ер шары буйынса күҙәтеүҙәр алып бара, күпселек осраҡта уның фараздары дөрөҫкә сыға. Мелита Вуйнович өҫтәп әйтеүенсә, сирҙе йоҡтороу осраҡтары күҙәтелә, ләкин ауырыуҙарҙың иҫәбенең артыуы тотороҡланды.
Киләһе ике аҙна барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә тейеш.
Әлеге көнгә донъяла 4 миллиондан ашыу кеше коронавирус менән сирләне, 277 мең – үлде. Рәсәйҙә күрһәткестәр түбәндәгесә: 209 меңдән ашыу кеше сирләгән, 34 мең – һауығып сыҡҡан, 1915 – үлгән. Бөгөн Мәскәүҙә видеоконференция форматынжда Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәттең сираттағы кәңәшмәһен үткәрәсәк һәм киләсәккә бурыстар билдәләйәсәк.
Читайте нас: