+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2020, 18:14

РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ХАЛЫҠҠА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТӘСӘК.

Президенттың сығышы Рәсәйҙәге санитар-эпидемиологик хәлде яйға һалыуға арналасаҡ. Дәүләт башлығы бизнесҡа артабан да ярҙам итергә теләй. Шулай уҡ Кремль анонста, кешеләргә иҡтисади ярҙам мәсьәләһе күтәреләсәк, тип әйтеп, аҙ тәьмин ителгәндәр араһында ҙур өмөт уятты.

Мәғлүм булыуынса, Хөкүмәт ҡарамағында аҡса бар, дәүләт әһелдәренең бер төркөмө Хөкүмәткә аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам итергә кәңәш бирә. Был мәсьәләлә әлегә иң юғары даирәләрҙә ҡапма-ҡаршылыҡ көслө. Ысынлап та, иҡтисадсылар билдәләүенсә, ҡаҙна был маҡсатта 1,5-2 триллион һумға тиклем аҡсаны ярҙам йөҙөнән фәҡирҙәргә адреслы бүлә алыр ине.
Читайте нас: