+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 12:49

ТАЛАПТАР ЙОМШАРА, СИР МЕНӘН КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә балалар өсөн түләү ныҡлы арта. Шулай уҡ өс йәштән алып, 16 йәшкә тиклем бала ҡараған ғаиләләге һәр бала 10 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған ярҙам аласаҡ.

ТАЛАПТАР ЙОМШАРА, СИР МЕНӘН КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ.
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бай һәм тәрән йөкмәткеле сығышын бик һирәктәр генә тыңламағандыр. Дәүләт башлығы бөгөндән түләүле ялдың бөтөүе, карантин талаптарының йомшарыуы хаҡында иғлан итте. Әлегә беренсе аҙымдар былайыраҡ: урамда балалар менән йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Ҙур булмаған сауҙа нөктәләре эшләй башлай. Сикләүҙәр 65 йәштән өлкәндәр өсөн һаҡлана.
Рәсәй дәүләте тауар етештереүселәр, бизнес һәм үҫеп килеүсе быуын хаҡында ныҡлы хәстәрлек күрәсәк. Эшҡыуарҙар төрлө ташламалар аласаҡ.
Рәсәй Президентының социаль йөкмәткеле сығышы, дөрөҫөн әйткәндә, һәр бер ғаиләгә, һәр балаға ҡағылды, тип әйтергә мөмкин. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә балалар өсөн түләү ныҡлы арта. Шулай уҡ өс йәштән алып, 16 йәшкә тиклем бала ҡараған ғаиләләге һәр бала 10 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған ярҙам аласаҡ.
Был түләүҙәр иң кәмендә 27 миллион балаға ҡағыласаҡ. Хәҙер социаль хеҙмәттәргә ошо хәтлем аҡсаны бер нисә тиҫтә миллион балаға алып барып еткереү, әгәр кәрәк булһа, уның тотонолоуын контролдә тотоу бурысы ҡуйыла.
Читайте нас: