Карантин талаптары республика депутаттарын яңы закондар ҡабул итергә мәжбүрләй. Оҡшаймы, юҡмы, йәмәғәт урынында битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ йөрөгән өсөн штраф түләргә тура киләсәк.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, халыҡ карантин һәм үҙҡамау талаптарын бик ауырлыҡ менән үтәне. Законды теүәл үтәүсе күпселек өйҙәренән сыҡманы һәм тәртипте теүәл үтәне. Әле лә битлектәр – биттә, бирсәктәкәләр ҡулда булырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, урамда законды үтәүселәр һәм үтәмәүселәр 50:50 нисбәтендә төҫмөрләнә. Хәҙер депутаттар битлек тәртибен үтәмәүселәргә штраф һалыуҙы тәҡдим итә. Әгәр һеҙҙе бирсәткәһеҙ һәм битлекһеҙ тотһалар, киҫәтеүҙәре, хатта 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем штраф түләтеүҙәре ихтимал. Ә икенсеһендә инде, һеҙ 3 мең һумдан 5 меңгә тиклем түләргә тейеш буласаҡһығыҙ. Вазифалы кешеләр күберәк түләйәсәк – 5 меңдән 15 мең һумға теклем. Ә юридик шәхестәр 50 меңдән 100 меңгә тиклем түләй ала, ти закон сығарыусылар. Ә инде ҡабатланған осраҡта, штраф күләме ике тапҡыр арта: вазифалы кешеләр – 15 меңдән 30 меңгә тиклем, юридик шәхестәр – 100 меңдән 200 мең һумға тиклем.