+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 15:08

БИТЛЕК. УЛ БЕҘГӘ ЯРҘАМ ИТӘМЕ?

Битлек һатып, миллион һум аҡса эшләгән кешеләр күренә башланы. Хатта үҙ аллы битлек сәнәғәте барлыҡҡа килде. Һамар өлкәһендә һәр битлек һатыуға бишәр йөҙ һум аҡса тотонған чиновник вазифаһынан азат ителдле. Сит ил хәбәрселәре Мәскәүҙә хаҡы бер нисә йөҙ процентҡа арттырылған битлектәр тапҡан.

Ә битлектәр файҙалымы, юҡмы? Был хаҡта ғалимдар әле булһа уртаҡ фекергә килгәне юҡ. Берәүҙәр: “Файҙалы, сирҙән һаҡлай”, – тиһә, икенселәр: “Зыяны ла, файҙаһы ла юҡ”, – ти, ә өсөнсөләр: “Зыяны күберәк”, – тип ҡурҡыта. Иң ҡыҙыҡғы шул, уларҙың һәр береһе үҙенсә хаҡлы. Сөнки сир шул хәтле мәкерле, бер битлек менән генә унан ҡотолоу мөмкин түгел. Битлегең бар икән, ул 2 сәғәттән артыҡ хеҙмәт итә алмай, тимәк, эргәңдә, иң кәмендә, алмашҡа 6-7 битлек булырға тейеш. Тимәк, һин көн буйына бер битлек менән йөрөй алмайһың.
Ә уртаҡ фекер былайыраҡ: Хоҙай һаҡланғандың үҙен генә һаҡлай. Шуның өсөн битлек алырға, даими һаҡланырға, ике сәғәт һайын битлекте алыштырырға һәм башҡаларға өлгө күрһәтергә кәрәк.
Читайте нас: