Һауалы, тәкәббер, ябай халыҡты мәсхәрәләүсе чиновниктарҙың телен тыйырлыҡ закон күптән кәрәк. Ә бына чиновниктар категорияһына депутаттарҙы индереп буламы? Улар араһында ла әҙәпһеҙҙәр, телен тыймағандар табылып тора. Бына, әйтәйек, Владимир Жириновскийҙы ғына алайыҡ. 1993 йылдан бирле депутат булып йөрөй, нимәләр генә ҡыйланманы, ниндәй генә һүҙҙәр һөйләмәне. Уға бер нәмә лә юҡ.
Ә яңыраҡ депуттарҙың һанын икеләтә кәметеү һәм һайлау кампанияһын ике-өс йыл һайын ҡабатлап тороу тураһында закон проекты тәҡдим итеп, барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Уға ҡалһа, барлыҡ Рәсәй иген үҫтермәй, өйҙәр төҙөмәй, һайлау кампаниялары иҫәбенә генә йәшәйәсәкме инде?
Туҙға яҙмаған закон проекттары тәҡдим итеп, кешеләрҙе аптыратҡан депутаттарҙан файҙа бармы?