+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 18:08

ЧИНОВНИКТАР НИ ӨСӨН ҠОТОРА?

РФ Дәүләт Думаһының чиновниктарҙың оятһыҙлығына ҡарата закон ҡабул итергә тырышыуы һәм уларҙы ауыҙлыҡларға теләүе осраҡлы түгел. Рәсәй, социаль дәүләт булараҡ, аҙ тәьмин ителгәндәр, күп балалы ғаиләләр алдында үҙенең бурысын үтәй, ләкин аҡсаны тәғәйенләнеше буйынса, адреслы еткереү мәсьәләһенән чиновниктар ситләтелә. Ябай ғына әйткәндә, аҡсаны бүлгеләгәндә түрәләрҙең бысағына бер нәмә әлә йоғоп ҡалмай. Халыҡ иҫәбенә көн итергә өйрәгәнгән чиновниктар даирәһе эргәһенән күпме аҡса үтеүен күреп, йәне көйә, кәйефе боҙола һәм ваҡыт-ваҡыт үҙенең тупаҫлығын ябай халыҡты мәсхәрәләү ярҙамында аҡларға тырыша.

“Дәүләт хеҙмәте” порталының эшмәкәрлеге башҡарма аппарат менән ябай кешеләр араһында аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметеп, түрә-ҡараны үҙ вазифаларын уҫал ниәттә файҙаланыу (ришүәт, күстәнәс, бүләк, һ.б.) мөмкинлегенән мәхрүм итте. Хәҙер ғаилә ғаризалар яҙып, белешмәләр туплап, үҙенең фәҡир икәнлеген раҫлауҙан азат ителде. Шул уҡ ваҡытта, социаль түләүҙәрҙең күләме артҡандан-арта һәм шулай булырға тейеш тә.
Яңыраҡ “Ағиҙел” журналында АҠШ-та йәшәп, ижад итеүсе башҡорт яҙыусыһы Фәниҙә Исхаҡованың интервьюһын уҡып, аптырағайным. Унда берәү ҙә үҙенә тейешле аҡсаны эҙләп, һорап, үтенеп, инәлеп, раҫлап, күҙ йәше түгеп алмай. Аҡса, чек сифатында, тәғәйенләнеше буйынса килә һәм мәсьәлә хәл ителә.
Читайте нас: