АҠШ иген етештереүселәре, хәҙер унынсы йыл инде, Рәсәй игенселәренең уңышынан көнләшеп йәшәй. АҠШ ауыл хужалығы аналитиктары быйыл Рәсәйҙә 77 миллион тонна бойҙай – рекордлы уңыш – йыйыласаҡ, тип фаразлай. Ауыҙығыҙға бал да май, “дошмандар”! Иң ҙур уңыш 2017 йылда 85 миллион тонна булған. Аналитиктар быйыл Рәсәй 40 миллион тонна фураж игене (арпа, арыш, кукуруза, һ.б.) – барлығы 126 миллион тонна – уңыш йыясаҡ, тип күҙаллай.
Күҙәтәүселәр быйыл Ер шарында ҡоролоҡ булыр, тип көтә. Шуны күҙ уңында тотоп, Рәсәй экспортерҙары 1 августҡа тиклем сит илдәргә бойҙай һатыуҙы туҡтатты.