+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 11:19

ҺЕҘ АҠСА ЮЛЛАРҒА КИЛДЕГЕҘ. ҺЕҘҘӘН НИМӘ ТАЛАП ИТЕЛӘ?

Юллап йөрөүегеҙ урынһыҙ. Социаль хеҙмәттәрҙә балалары булған һәр ғаилә теркәлгән, өйҙән сығып тораһы ла түгел, интернетта “Дәүләт хеҙмәте” (“Госуслуги”) сервисы аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Юллап йөрөүегеҙ урынһыҙ. Социаль хеҙмәттәрҙә балалары булған һәр ғаилә теркәлгән, өйҙән сығып тораһы ла түгел, интернетта “Дәүләт хеҙмәте” (“Госуслуги”) сервисы аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Әле күпселекте 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға бирелә торған 10 мең һум ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостанда был аҡсаның бөгөн 700 меңдән ашыу балаға мөнәсәбәте бар. Социаль хеҙмәттәгә 7 миллиард һумдан артыҡ аҡсаны ғаиләләргә еткереү бурысы тора. Шуның өсөн, бөгөн социаль хеҙмәттәргә барып, сират булдырыу маҡсатҡа ярашлы түгел. Был аҡсаны яҡындағы ике-өс ай эсендә тейешле булған һәр ғаилә аласаҡ.
Бының өсөн ғариза яҙып, ғаилә хәле тураһында белешмә юллап йөрөү һәм башҡа мәшәҡәттәр ҙә кәрәкмәй. Әгәр һеҙҙе теркәүҙән баш тартһалар, үтенесегеҙҙе ҡәнәғәтләндермәһәләр, һеҙҙең менән һөйләшеүсе чиновниктың исем-фамилияһын, биләгән вазифаһын яҙып алып, юғары органдарға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: