+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 11:10

ӘГӘР ЧИНОВНИКТАР ҺЕҘҘЕ МӘСХӘРӘЛӘҺӘ.

Ҙур эш хаҡы алып эшләгән чиновниктар йыш ҡына үҙҙәренең самаһын онотоп ебәрә һәм йоғонтоһон мәсхәрәләү һүҙҙәре менән нығыта.Әйткәндәй, закон сығып өлгөрмәне, уның тәүге ҡорбаны билдәле лә булды.

Дәүләт Думаһы депутаттары ябай халыҡҡа ҡарата мыҫҡыллау һүҙҙәре әйткән чиновниктарҙы закон ярҙамында эҙәрлекләргә тәҡдим итә. Проектта әйтелеүенсә, ябай халыҡты һүҙ менән мәсхәрәләгән, мыҫҡыл иткән, кешелек дәрәжәһен рәнйеткән өсөн бер йылдан алып, ике йылға тиклем эштән ҡыуыу, хатта 50 меңдән 100 мең һумға тиклем штраф түләтеү тәҡдим ителә. Закон проектында мәсхәрәләү һүҙенең мәғәнәһе киңәйтелгән һәм “әҙәпһеҙ рәүештә йәки башҡа төрлө мыҫҡыл итеү” тип билдәләмә бирелгән.
Ҙур эш хаҡы алып эшләгән чиновниктар йыш ҡына үҙҙәренең самаһын онотоп ебәрә һәм йоғонтоһон мәсхәрәләү һүҙҙәре менән нығыта.
Әйткәндәй, закон сығып өлгөрмәне, уның тәүге ҡорбаны билдәле лә булды. Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһынан Йәштәр үҙәге хеҙмәткәре Лидия Бузовчукты (социаль селтәрҙәрҙә уны Лидия Прозорова, тип беләләр) “бала тапҡанда шыңшыусы ҡатындар” хаҡындағы һүҙҙәре өсөн эшенән ҡыуылған.
Читайте нас: