+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 12:40

РАДИЙ ХӘБИРОВ БЫНДАҒЫ ХӘЛДӘР МЕНӘН ҠӘНӘҒӘТ ТҮГЕЛ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкеүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Белорет ҡалаһында булғандар һәм бындағы хәлдәр менән риза булмайынса ҡайтҡандар. Ҡалала төҙөкләндереү эштәре, биҙәү саралары республика етәкселәренә бер ҙә оҡшамаған. Быйылғы йылдың республикала йәшәгән ерҙе матурлауға арналыуы Белорет ерендә һис тә тойолмай икән.

Республика милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөкләндереү, йәшәгән ерҙе матурлау өсөн байтаҡ аҡса бүлә. Ләкин ҡайһы бер ҡалаларҙа бүленгән аҡсаны ла тейешле кимәлдә файҙалана белмәйҙәр.
Йәшәгән ерҙе төҙөкләндереүгә килгәндә, Радий Хәбиров был йәһәттән бик иғтибарлы һәм талапсан. Республика Башлығы, сәфәренә йомғаҡ яһап, Белоретҡа ярҙам итергә, Приют ҡасабаһына, Хәйбулла районындағы Бүребай ҡасабаһын төҙөкләндереү хаҡында айырым иҫкә төшөрҙө.
Читайте нас: