+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 11:08

СИРЛЕЛӘРҘЕ ПРЕЗИДЕНТҠА ЯҠЫН ЕБӘРМӘҪКӘ!

Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков һәм уның ҡатыны Татьяна Навка коронавирус менән сирләй. Был хаҡта кисә билдәле булды һәм был хәбәр барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков һәм уның ҡатыны Татьяна Навка коронавирус менән сирләй. Был хаҡта кисә билдәле булды һәм был хәбәр барыһын да шаҡ ҡатырҙы.
Бынан бер нисә аҙна элек кенә: “Президент менән аралашыусылар бер нисә тапҡыр тест бирә”, – тип ышандырған сәркәтиптең үҙенең сирләп китеүе аптыратмай ҡалмай.
ВладимирПутиндың һуңғы сығышынан күренеүенсә, ул һис тә сиргә дусар булған кешегә оҡшамаған.
Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Путин менән Песков һуңғы тапҡыр бынан ай самаһы элек аралашҡан. Ә ҡайһы бер сығанаҡтар Президент менән уның сәркәтибенең халыҡ араһында осрашыуын 30 апрелдә күрҙек, тип раҫлай.
Президент сәркәтибен дә һаҡлай алмағас, беҙгә ни һан инде?
Читайте нас: