Ни өсөн булмаясаҡ? Сөнки Төркмәнстанда хәҙер коронавирус тураһында һөйләүҙе тыйыусы закон бар. Эйе, хәҙер Төркмәнстан халҡы төрлө сирҙәрҙән ҡурҡмайынса йәшәй ала. Урамда битлек кейгән, бирсәткә менән һаҡланған кеше күрмәҫһегеҙ. Сөнки закон бар!
Матбуғат саралары, телевидение, радио, интернет – коронавирус тураһында бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәйәсәк. Билдәле инде, баяғы, закон рөхсәт итмәй. Эх, мин әйтәм, ошондай юл менән бар донъяла сирҙәрҙе, хәйерселекте, бәхетһеҙлекте юҡҡа сығарғанда...