-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 18:11

УН МЕҢ ҺУМ. УЛ БЕР БАЛА ӨСӨН АҘМЫ, ӘЛЛӘ КҮПМЕ?

Рәсәй Президенты Владимир Путин, хәтерләүемсә, ил тарихында беренсе тапҡыр ғаиләләргә шундай ҙур күләмдәге ярҙам сараһы тураһында иғлан итте. Был социаль ярҙам, иң кәмендә, 27 миллион (3 йәштән 16 йәшкә тиклемге) балаға ҡағыласаҡ.

Мине, икенсе мәсьәлә борсой. Был аҡсалар шул балалар мәнфәғәтендә нисек һәм ниндәй сифатта файҙаланылыр? Үкенескә ҡаршы, беҙҙә хәҙер, заманса әйтһәк, социаль яуаплылығы түбән кимәлдәге ата-әсәләр ҙә байтаҡ. Тупаҫ итеп әйткәндә, улар был аҡсаны эсеп бөтмәҫтәрме? Сөнки беҙҙә ғаиләләрҙе, үҫеп килеүсе быуынды хоҡуҡи яҡлау әле ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә, тип әйтеп булмай. Урындағы мәктәптәр, мәғариф идаралыҡтары ошо мәсьәләне үҙ контроленә алырға тейеш түгелме икән? Мәҫәлән, миңә ҡалһа, уҡыусыларҙы уҡыу әсбабы сифатында файҙаланырлыҡ планшетмы, смартфонмы менән тәьмин итеү ҙә насар булмаҫ ине.
Читайте нас: