-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 11:35

АҠСА ЕТЕРМЕ? АНАЛИТИКТАР РӘСӘЙҘЕҢ МӨМКИНЕКТӘРЕН БАРЛАЙ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән халыҡтың киң ҡатламына – Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡҡа, бизнесҡа күрһәтелгән ярҙам көнбайыш аналитиктарын көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итә. Рәсәй ҡаҙнаһы бындай сығымдарҙы күтәрә алырмы?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән халыҡтың киң ҡатламына – Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡҡа, бизнесҡа күрһәтелгән ярҙам көнбайыш аналитиктарын көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итә. Рәсәй ҡаҙнаһы бындай сығымдарҙы күтәрә алырмы?
Күпселектең яуабы ыңғай. Рәсәй иҡтисадын нефткә хаҡтарҙың төшөүе, коронавирус эпидемияһы һындыра алманы. Ул ғына ла түгел, күпселек илдәрҙән айырмалы, мохтаждар дәүләт ҡаҙнаһынан иҡтисади ярҙам алды.
Халыҡ-ара валюта фонды иҫәпләүенсә, быйыл Рәсәйҙең эске тулайым продукты 4,5 процентҡа кәмейәсәк. Уның ҡарауы, быйылғы юғалтыуҙың 4 проценты киләһе йылға үҫеш булып әйләнеп ҡайтасаҡ. Иң мөһиме шул – Рәсәй иҡтисады быйылғы көрсөккә, нефткә хаҡтар төшөүгә һәм эпидемия йоғонтоһона әҙерлек менән килде. Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Милли муллыҡ иғәнәһендә һәм Алтын валюта резервы сифатында 14 триллион һумдан артығыраҡ аҡса иҫәпләнә. Рәсәйҙә, традиция булараҡ, банк эшмәкәрлегенең консерватив йүнәлештә эшләүен иҫәпкә алһаҡ, ошо аҡсанан ғына байтаҡ табыш алырға мөмкин. Әлегә Хөкүмәт, Президент тәҡдиме менән, аҡсаны, адреслы ярҙам маҡсатында, күберәк тотона. Быныһы ла кәрәк, тип иҫәпләй иҡтисадсылар. Аҡса тауар әйләнешен дәртләндерәсәк, етештереүҙе күтәрәсәк һәм, әлбиттә, ҡулланыусыларҙың ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерәсәк.
Иҡтисадсылар быйыл уҡ ошондай матди ярҙамдың өлкәндәр өсөн дә ҡуланылыуын мөмкин, тип иҫәпләй. Сөнки, көрсөк һөҙөмтәһендә, ресурс һатыусы предприятиелар һыу, эҫе һыу, йылылыҡ, газ һәм башҡалар өсөн байтаҡ аҡсаны алып еткермәне. Улар дәүләттең мохтаждарға ярҙам итеүенә һәм шул ярҙамдың коммуналь түләүҙәр булып предприятиеларға әйләнеп ҡайтыуына иҫәп тота.
Читайте нас: