-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 11:52

БЕҘҘӘГЕ КҮРҺӘТКЕСТӘРҘЕ ШИК АҪТЫНА ҠУЯЛАР.

АҠШ-та коронавирусҡа ҡаршы көрәш бик ауыр шарттарҙа бара. Сирләүселәрҙең – миллионлап, үлеүселәрҙең йөҙәр меңләп иҫәпләнеүен күҙ уңында тотһаҡ, сәстәр үрә тора һәм Рәсәйҙә шөкөр икән, тип Аллаға рәхмәттәр уҡырға мәжбүр итә.Ләкин “The New York Times” һәм “Financial Times” һымаҡ ике абруйлы баҫма йоғошло сир менән бәйле Рәсәйҙәге хәлде шик аҫтына ҡуйҙы һәм “үлем осраҡтары күрәләтә кәметеп яҙыла”, тип бар донъяға иғлан итте. Әгәр уларға ышанһаң, Рәсәйҙә үлеүселәр һаны хәҙергеһенән 70 процентҡа күберәк икән.

АҠШ-та коронавирусҡа ҡаршы көрәш бик ауыр шарттарҙа бара. Сирләүселәрҙең – миллионлап, үлеүселәрҙең йөҙәр меңләп иҫәпләнеүен күҙ уңында тотһаҡ, сәстәр үрә тора һәм Рәсәйҙә шөкөр икән, тип Аллаға рәхмәттәр уҡырға мәжбүр итә.
Ләкин “The New York Times” һәм “Financial Times” һымаҡ ике абруйлы баҫма йоғошло сир менән бәйле Рәсәйҙәге хәлде шик аҫтына ҡуйҙы һәм “үлем осраҡтары күрәләтә кәметеп яҙыла”, тип бар донъяға иғлан итте. Әгәр уларға ышанһаң, Рәсәйҙә үлеүселәр һаны хәҙергеһенән 70 процентҡа күберәк икән.
Рәсәй Хөкүмәте, РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкилдәре был уйҙырмаларҙы кире ҡағып, аныҡ дәлилдәр менән сығыш яһарға мәжбүр булды.
Ә был хаҡта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ниндәй фекерҙә һуң? Эпидемия башланғандан бирле беҙҙә эшләүсе бүлексәнең етәксеһе Мелита Вуйнович: “Рәсәйҙә йоғошло сир менән бәйле хәл-ваҡиғалар асыҡлыҡ, билдәлелек һәм дөрөҫлөк шарттарында тормошҡа ашырыла”, – тип билдәләне.
Мелита Вуйнович ханым шулай уҡ Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау тармағының етди ойошҡанлыҡ күрһәтеүен һәм хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тотоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш Мелита Вуйнович: “Әле Рәсәйҙә сирләүселәр һаны иң юғары сигенә етте, моғайын, тине.
Әгәр ошо фекер раҫланһа, яҡындағы ике аҙна эсендә сирләүселәр һаны аҡрынлап кәмей башларға тейеш.
Читайте нас: