-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 14:05

БЕРЛӘШКӘНДӘР, ТИМӘК, КӨСЛӨЛӘР.

Бер нисә йыл элек Рәсәйҙә унға яҡын төбәкте берләштерҙеләр һәм яңы хакимиәттәр ойошторҙолар. Берләштереү үҙен һәр яҡтан аҡланы. Рәсәйҙә был йүнәлеш артабан да дауам итәсәк. Әле Архангель өлкәһе менән Ненец автономиялы округын бер төбәк итеп ойоштороу эштәре башланды. Көҙгә берләштерелгән төбәктә яңы губернатор һайланасаҡ.

Рәсәй сәйсмәндәре әйтеүенсә, Төмән өлкәһен, Ханты-Манси автономиялы округын һәм Ямал-Ненец автономиялы округын берләштереү мәсьәләһе күптән өлгөрөп еткәйне. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, уны кисектереп килделәр. Әле ошо йүнәлештә эш башланды, берләштереүҙең киләһе йыл көҙгә тамамланыуы бик ихтимал.
Төмән өлкәһе, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтары Рәсәй ҡаҙнаһына, нефть һәм газ һатыу иҫәбенә, иң тос өлөш индереүсе төбәктәр.
Читайте нас в