+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 01:33

“ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ” ПОРТАЛЫ ПУТИНДЫҢ ЙОМАРТЛЫҒЫН КҮТӘРӘ АЛМАНЫ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге һәр балаға унар мең һум күләмендә аҡса бирергә теләүе һис көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа дусар булды. Ошо хаҡта Президент бөгөн авиасәнәғәтте үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә лә иҫкә төшөрҙө. Был етешһеҙлеккә Хөкүмәттең, иң кәмендә, өс министрлығы ғәйепле. Әлбиттә, социаль хеҙмәткәрҙәргә аҡланырлыҡ сәбәп бар, сөнки Владимир Путиндың балаларға бирелә торған унар мең һум тураһында белдереүенән һуң ата-әсәләр 3 миллионға яҡын ғариза биргән һәм компьютер, ғаризаларҙы сиратҡа теҙәһе урынға, көсөргәнеште күтәрә алмай, туҡтарға мәжбүр булған.

Бында, әлбиттә, аңлатыу эшенең дә етмәшмәүе һиҙелә. Аҡса 1 октябргә тиклем түләнәсәк, шуға күрә берәү ҙә үҙенә тейешле аҡсаны алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
Читайте нас: