+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 14:08

ПРЕЗИДЕНТТЫ ТЫҢЛАҒАНДАР ҺӘМ ХУПЛАЙҘАР.

Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге Владимир Путиндың 11 майҙағы сығышынан һуң халыҡ тауышын ишетте һәм бөгөн түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:..

Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге Владимир Путиндың 11 майҙағы сығышынан һуң халыҡ тауышын ишетте һәм бөгөн түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
“Президенттың сығышы хаҡында Рәсәй халҡының 88 проценты ишеткән. Шул иҫәптән, 70 процент сығышты тыңлаған йәки башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарынан нимә хаҡында һүҙ барыуын белгән. Президент сығышынын тыңлаусыларҙың 75 проценты ыңғай тәьҫораттар тураһында белдергән...”.
Фекер өйрәнеүҙә ҡатнашыусыларҙың 81 проценты Президент тарафынан әйтелгән тәҡдимдәрҙе Рәсәй халҡы өсөн файҙалы, тип билдәләгән.
Был күрһәткестәр, күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Путиндың эшмәкәрлегенә ҡарата иң юғарыларҙан иҫәпләнә.
Читайте нас: