+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 11:32

УН МЕҢ ҺУМ.

Балалар өсөн күңелле мәшәҡәттәр. Ата-әсәләр “Дәүләт хеҙмәте” порталына ғариза яҙған арала, балалар үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Улар 10 мең һум аҡсаға нимә һатып алырға мөмкин икәнлеген иҫәпләй. Дөрөҫ эшләйҙәр, сөнки был аҡса уларға дәүләт тарафынан бүленгән.

Урындарҙа уҡыусыларҙың бәләкәй генә берләшмәләре барлыҡҡа килгән. Улар үҙ-ара нимә һатып алыу хаҡында кәңәшләшә. Аҡса – ун мең һум, ә һатып ала торған әйберҙәр – күп. Ҡайһы бер уҡыусылар ҙур исемлек төҙөгән. Кемдер – смартфон, икенсеһе – планшет, өсөнсөһө – яңы телефон, дүртенсеһе спорт кейеме һатып алырға теләй, ә бишенсеһенә шуларҙың бөтәһе лә кәрәк. Әлегә күпселек уҡыусылар был тиклем аҡса менән тәүге тапҡыр эш итә. Ошондай мәшәҡәттәр күберәк булһын ине. Бәлки кемдер аҡсаһын ата-әсәһенә бирер. Өлкәндәр тәжрибәле, нимә кәрәк икәнлеген белерҙәр.
Читайте нас: