+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 12:57

ПРЕЗИДЕНТТЫҢ ҮҘЕНӘ, ТОТОНМАЙ, БУЛМАҪ, АХЫРЫ. ҺӘР ҘУР КАМПАНИЯНАН ҺУҢ БУЛА ТОРҒАН МӘШӘҠӘТТӘР.

Мөнәсәбәте булмағандарҙы бүләкләйҙәр, ғәйепһеҙҙәрҙе тәнҡитләйҙәр, эшләмәгәндәргә түләйҙәр, ә тир түккәндәрҙе иҫкә алыусы ла юҡ...Коронавирус сирлеләрҙе дауалауҙа ҡатнашҡан табиптар өсөн өҫтәмә түләүҙәр, ялыуҙарҙан башҡа, хәл ителмәй. Был эште Владимир Путин үҙ контроленә алды, урындарҙа прокуратура, тәфтиш комитеты вәкилдәре шөғөлләнә.Был мәсьәләне ҡуйыртмай ғына хәл итергә кәрәк ине. Сөнки, “алғанға – алтау ҙа аҙ, биргәнгә – берәү ҙә күп”, тигән һымаҡ, бәхәс булыры алдан уҡ билдәле ине. Мәҫәлән, табиптарға – 80 мең, шәфҡәт туташтарына – 50 мең, кесе медицина хеҙмәткәрҙәренә – 25 мең һум түләүҙәр ҡаралған. Дөйөм һандарҙы күптәр аңламай: ул бер айғамы, әллә, ғөмүмән, дауалау ваҡытына түләнәме?

Мөнәсәбәте булмағандарҙы бүләкләйҙәр, ғәйепһеҙҙәрҙе тәнҡитләйҙәр, эшләмәгәндәргә түләйҙәр, ә тир түккәндәрҙе иҫкә алыусы ла юҡ...
Коронавирус сирлеләрҙе дауалауҙа ҡатнашҡан табиптар өсөн өҫтәмә түләүҙәр, ялыуҙарҙан башҡа, хәл ителмәй. Был эште Владимир Путин үҙ контроленә алды, урындарҙа прокуратура, тәфтиш комитеты вәкилдәре шөғөлләнә.
Был мәсьәләне ҡуйыртмай ғына хәл итергә кәрәк ине. Сөнки, “алғанға – алтау ҙа аҙ, биргәнгә – берәү ҙә күп”, тигән һымаҡ, бәхәс булыры алдан уҡ билдәле ине. Мәҫәлән, табиптарға – 80 мең, шәфҡәт туташтарына – 50 мең, кесе медицина хеҙмәткәрҙәренә – 25 мең һум түләүҙәр ҡаралған. Дөйөм һандарҙы күптәр аңламай: ул бер айғамы, әллә, ғөмүмән, дауалау ваҡытына түләнәме?
Урындарҙа чиновнивтар, кемдәр, күпме эшләгән, нисә сәғәт тигән аныҡлауҙар менән түләүҙәрҙе ҡатмарлаштырып ебәргәндәр. Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре менән дә шул уҡ хәл күҙәтелә.
Ә Федераль ҡаҙна төбәктәргә аҡсаны үткән айҙа уҡ күсереп ҡуйған.
Ә бер баш табип хеҙмәткәрҙәргә 27 һум (егерме ете һум) өҫтәмә түләү яҙып, вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр булған.
Читайте нас: