+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 13:24

АДМИРАЛ КОЛЧАК БЕР БЫУАТТАН ҺУҢ ТАҒЫ ЛА ЯҘМЫШЫН ҠАБАТЛАНЫ.

Адмирал Колчак бынан бер быуат элек Себерҙә “ҡыҙылдар” ҡулына эләгә һәм атып үлтерелә. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта бер эшҡыуар һәм Колчактың шәхесенә табыныусы ҡала уртаһында уға һәйкәл аса. Һәйкәл эргәһенә сәскәләр ултыртып, уны асҡандан һуң был эштең законһыҙ икәнлеге асыҡлана.

Адмирал Колчак бынан бер быуат элек Себерҙә “ҡыҙылдар” ҡулына эләгә һәм атып үлтерелә. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта бер эшҡыуар һәм Колчактың шәхесенә табыныусы ҡала уртаһында уға һәйкәл аса. Һәйкәл эргәһенә сәскәләр ултыртып, уны асҡандан һуң был эштең законһыҙ икәнлеге асыҡлана. Ҡала төҙөлөшө тураһында Закон һәм башҡа документтар ҡаланың теләгән мөйөшөндә һәйкәл ултыртыуҙы тыя. Был бөтә ҡалалар өсөн дә хас. Мәҫәлән, уларҙың кешеләргә үтеп йөрөргә ҡамасаулауы йәки ҡар таҙартырға мөмкинлек бирмәүе ихтимал. Шуға күрә, һәйкәлде емерергә тура килгән.
Читайте нас: