Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү 22 апрелдә булырға тейеш ине. Ләкин йоғошло сир эпидемияһы тауыш биреүҙе кисектерергә мәжбүр итте. Ошо көндәрҙә РФ Үҙәк һайлау комиссияһы кәңәшмә үткәрҙе һәм, һайлау системаһы тауыш биреүгә әҙер, көнөн илдәләргә кәрәк, тип һығымта яһаны. Һайлау көнөн Президент үҙе билдәләйәсәк.