+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 13:37

РӘСӘЙҘӘ АҠСА БАР, БЕҘ УҒА ИҪӘП ТОТА АЛАБЫҘ.

Донъяла нефткә хаҡтарҙың төшөүе, йоғошло сирҙең һөжүме Урта һәм Кесе эшҡыуарлыҡты, күпселек предприятиеларҙы ауыр хәлгә ҡуйҙы. Илдә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам һәм 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балаларға 10-ар мең һум аҡса бүлеү етәкселектең халыҡ араһында абруйының күтәрелеүенә килтерҙе. Әлегә был ярҙамды аҙ күләмдә пенсия алыусы өлкән йәштәгеләр күрмәне. Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы сығыштарының береһендә аҙ тәьмин ителгәндәргә финанс ярҙамының башҡа юлдарын да эҙләргә тәҡдим иткәйне. Ярҙамға өлкәндәр ҙә мохтаж һәм улар яҡын арала күпмелер сумма аҡса алыуы бик ихтимал.

Ә бындай финанс ярҙамы өсөн Рәсәйҙә аҡса бармы? Бар, тип яуап бирә иҡтисадсылар. Рәсәй быйылғы көрсөктө әҙерлек менән ҡаршы алды. Әлеге ваҡытта Милли муллыҡ иғәнәһендә 16 триллион һумға тиклем аҡса иҫәпләнә. Бынан тыш, алтын валюта резервы иҫәбендә 560 миллиард доллар аҡса тупланған. Ошо йәй халыҡҡа матди ярҙам хаҡында ҡарар ҡабул ителеүе бик ихтимал.
Читайте нас: