+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 11:53

РӘСӘЙ ХАЛҠЫ ТҮҘЕМЛЕ ҺӘМ НЫҠ ИКӘН.

АҠШ-ты һәм Европа илдәрен Рәсәй халҡының үлемесле сирҙән 3-4 тапҡыр аҙыраҡ үлеүе уйландыра. Был хәлде Рәсәйҙең “Дәүләт эпидемиология һәм микробиология тикшеренеү үҙәге” директоры Александр Гинцбург Рәсәй халҡының популяцион иммунитетына бәйләп аңлата.

АҠШ-ты һәм Европа илдәрен Рәсәй халҡының үлемесле сирҙән 3-4 тапҡыр аҙыраҡ үлеүе уйландыра. Хатта АҠШ-тың матбуғат саралары, “Рәсәй властары үлем осраҡтарын 70 процентҡа кәм итеп күрһәтә”, тип яҙып сығыуҙан да тартынманы. “Дәүләт эпидемиология һәм микробиология тикшеренеү үҙәге” директоры Александр Гинцбург, Рәсәй халҡының популяцион иммунитеты, башҡа илдәрҙең граждандарыныҡына ҡарағанда, юғарыраҡ, тип аңлата был хәлде. Ябай ғына итеп әйткәндә, Рәсәй халҡы бындай ғына һынауҙарҙы күргәне бар, халҡы сыныҡҡан һәм тормоштоң һәр һынауына бирешеп бармай.
Ошо хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Рәсәй ябай ғына ил түгел, ул, ысынлап та, айырым цивилизация”, – тигән. Артабан Президент үҙенең һүҙҙәренә ошондай мәғәнә һала: Рәсәйҙең күп милләтле ил икәнлеген күҙ уңында тотҡанда, беҙ төрлө традицияларға, мәҙәниәттәргә, инаныуҙарға бай ил. Әгәр беҙ ошо цивилизацияны һаҡлап ҡалырға теләһәк, баҫымды юғары технологияларға һәм уларҙың үҫешенә яһарға тейешбеҙ.
Читайте нас: