+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 11:40

ЙОҒОШЛО СИР СИГЕНЕРГӘ УЙЛАМАЙ. ЕР ШАРЫНЫҢ ТӨРЛӨ МӨЙӨШТӘРЕНӘН БЕРЕҺЕНӘН-БЕРЕҺЕ ШОМЛОРАҠ ХӘБӘРҘӘР КИЛӘ.

Ҡытайҙың бер нисә провинцияһында сирҙең яңы сығанаҡтары билдәле булған. Элеккеһенән айырмалы, властар киҫкен саралар күрә. Әлеге мәлдә карантин тәртибе менән 108 миллион кеше солғап алынған.

Ҡытайҙа, Цзилинь һәм Ляонин провинцияһында, сирҙең яңы сығанаҡтары билдәле булған. Элеккеһенән айырмалы, властар киҫкен саралар күрә. Әлеге мәлдә карантин тәртибе менән 108 миллион кеше солғап алынған.
АҠШ-та коронавирус менән көрәш бик ҡатмарлы шарттарҙа дауам итә. Хопкинс университеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сирҙе йоҡтороусылар һаны 1,5 миллиондан ашҡан. Шуларҙың 90 меңе самаһы вафат булған. Был һан, сирлеләр һәм үлгәндәр нисбәтендә сағыштырғанда, иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡыта, АҠШ-та коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны кешеләрҙә һынау уңышлы үткән. “Модерна” биотехнология компанияһы препаратты кешеләрҙә һынай башлаған һәм ул уңышлы һөҙөмтәләр биргән. Ләкин һынау эштәре тиҙ генә тамамланмаясаҡ. Бының өсөн ярты йылдан ашыу ваҡыт талап ителеүе ихтимал.
Читайте нас: