-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 19:02

БАШҠОРТОСТАН. КОРОНАВИРУС МЕНӘН БӘЙЛЕ ХӘЛДӘР НИСЕК?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Республика Башлығы һуңғы ике аҙнала хәлдәрҙең тотороҡланыуын күрһәтте һәм сирләүселәрҙең һанының артмауын билдәләне. Әгәр хәлдәр шулай ыңғай яҡҡа үҙгәрһә, үҙҡамау тәртибенең икенсе этабына күсергә мөмкин. Тимәк, талаптарҙың йомшарыуын 1 июндән көтөргә мөмкин. Ә инде артабан, июнь аҙаҡтарында, карантин талаптарын аҡрынлап, кәметергә лә мөмкин буласаҡ.

Әлегә һаҡланыу саралары теүәл үтәлә, тип әйтергә мөмкин. Битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ кешеләр юҡ, тиерлек. Бынан тыш, урамда 65 йәштән өлкәндәр йөрөгәне, ғөмүмән, күҙәтелмәй.
Читайте нас: