+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 11:15

ДӨЙӨМ ҺАНДАР ЯҠШЫҒА ӨМӨТ УЯТА.

Әлеге мәлдә сирләүселәр һәм вафат булыусылар һаны аҡрынлап кәмеүгә йүнәлеш алды.

Коронавирус менән бәйле хәлдәр Рәсәйҙә аҡрынлап тотороҡлана, тигән өмөт бар. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло сирҙәр буйынса штаттан тыш баш белгесе Елена Малинникова июль айына, моғайын, хәлдәр яйға һалыныр, тип фаразлай. Әлеге мәлдә сирләүселәр һәм вафат булыусылар һаны аҡрынлап кәмеүгә йүнәлеш алды. Айырым төбәктәрҙе һәм ундағы һуңғы көндәрҙә барлыҡҡа килгән сығанаҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, хәҙер карантиндан һуңғы саралар тураһында хәстәрлек күрергә ваҡыт. Урыны-урыны менән, сир сығанаҡтары табыласаҡ, ләкин улар, элекке һымаҡ, ауыр һәм фажиғәле булмаясаҡ. Сөнки дөйөм карантин саралары үҙенең төп ролен үтәне.
Йомғаҡлау урынына. Рәсәйҙә 290 мең кеше сир йоҡторҙо, әле 217 мең дауаланыуын дауам итә, 2,7 мең кеше үлде.
Шуны белегеҙ, әгәр һаҡланыу сараларын күрмәһәгеҙ, битлекһеҙ һәм бейәләйһеҙ йөрөһәгеҙ, сир йоҡтороуығыҙ бик ихтимал. Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: