+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 13:50

ХАЛЫҠҠА ЯРҘАМ ҺӘМ ИҠТИСАД МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ ҠАРАЛДЫ.

Көрсөк шарттарында был ярҙам үҙ тәғәйенләнеше буйынса барып еттеме, файҙаһы булдымы, үҫешкә ярҙам иттеме?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән иҡтисадҡа һәм халыҡҡа ярҙам мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Һуңғы арала иҡтисадты үҫтереү өсөн Хөкүмәт тарафынан байтаҡ аҡса бүленде. Көрсөк шарттарында был ярҙам үҙ тәғәйенләнеше буйынса барып еттеме, файҙаһы булдымы, үҫешкә ярҙам иттеме? Президент Хөкүмәттән стратегик үҫеш һәм милли проекттарҙың үтәлеше буйынса теүәл һәм аныҡ доклад көтә. Дәүләт башлығы шулай уҡ Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар Хөкүмәт тарафынан тәҡдим ителгән ярҙам менән файҙалана алғанмы һәм бындай ярҙам артабан да кәрәк буласаҡмы, шуның менән ҡыҙыҡһынды.
Шулай уҡ коронавирус таралыу һәм уның менән көрәш мәсьәләләре лә кәңәшмәлә ентекле ҡаралды. Президент сир менән көрәш ваҡытында эшләгән дауахана хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү мәсьәләһен етди тәнҡитләне. Владимир Путин билдәләүенсә, бының өсөн Хөкүмәт яуаплы. Улар табиптар өсөн ниндәйҙер аңлайышһыҙ талаптар ҡуйғандар һәм эште ҡатмарлаштырғандар. Хөкүмәт күрһәтмәһенән һуң урындарҙа түләүҙәрҙе үҙ-ара хәл итеүгә өҫтөнлөк биргәндәр.
Читайте нас: