+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 13:55

ПЕНСИЯҒА СЫҒЫУҘЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕРЕРГӘ. ҺЕҘ БЫҒА ЫШАНАҺЫҒЫҘМЫ?

Матбуғат сараларында, күпселектең ҡатмарлы иҡтисади хәле менән бәйле, хаҡлы ялға иртә сығыуҙың шарттарын еңелләштереү хаҡында мәғлүмәттәр күренә башланы. Бындай тәҡдим РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының иҡтисади Үҫеш планында сағылыш тапҡан.

Матбуғат сараларында, күпселектең ҡатмарлы иҡтисади хәле менән бәйле, хаҡлы ялға иртә сығыуҙың шарттарын еңелләштереү хаҡында мәғлүмәттәр күренә башланы. Бындай тәҡдим РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының иҡтисади Үҫеш планында сағылыш тапҡан. Эш планында 2020 йылға тиклем пенсияға иртә сығыуға хаҡлы ялға тиклем ике түгел, өс йыл ҡалғандар дәғүә итә ала. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар – 53,5 йәштән, ирҙәр – 58,5 йәштән. Был тәҡдимде, әлбиттә күптәр ҡабул итәсәк, тик ғәмәлгә ашырмы, уныһы билдәһеҙ. Ошо хәбәрҙәр менән бергә, хатта эшләүсе хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһын индексациялау тураһында хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Ошо урында эшләүсе пенсионарҙарҙың 2016 йылдан индексация күрмәүҙәрен иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр.
Читайте нас: