Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге, Цюрупа исемендәге, Революция урамдары аша үттек, урамда битлек кеймәгән бер кешене лә күрмәнек. Халыҡтың күпселеге битлектәрҙе полиция өсөн түгел, үҙҙәре өсөн кейә.
Ә бына Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Салауат ҡалаларында битлекһеҙ йөрөгән кешеләр Республика Башлығы Радий Хәбировтың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Етмәһә, Стәрлетамаҡтағы сауҙа үҙәктәре рөхсәтһеҙ асылған, ә унда эшләүсе һатыусыларҙы битлек менән тәьмин итергә аҡсаларын йәлләгән. Хәҙер битлек тә һатып алырға, штраф та түләргә тура килмәгәйе.