+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 17:52

КОРОНАВИРУС. Ә ИКЕНСЕ ТУЛҠЫН БЕҘГӘ КӘРӘКМЕ?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировты ҡала урамдарында битлек кейгән кешеләрҙең аҙ булыуы борсой. Ярай, бындай талапты өфөләр теүәл үтәй, ә башҡа ҡала һәм райондарҙа бындай тәртип күҙәтелмәй. Төбәк башлығы билдәләүенсә, кешеләрҙең 90 проценты хәҙер битлекһеҙ урамға ла, паркҡа ла, магазинға ла сыҡмай.

Был осраҡта йоғошло сирҙең икенсе тулҡыны янауы хаҡында иҫкә төшөрмәй, булмай. Икенсе тулҡын, һис шикһеҙ, буласаҡ, тип иҫбатлай ғалим-вирусологтар. Сөнки әле кешеләр тәүгеһенән ҡотола алғаны юҡ. Быға коронавирусҡа иммунитеттың юҡлығын күҙ уңында тотһаҡ һәм вакцинаның әлегә юҡлығын иҫкә төшөрһәк, был һис тә уйҙырма түгел.
Алда беҙҙе ҙур дини байрам көтә. Беҙ уны күмәкләп, бергәләп, аралашып, мул табындар артында үткәрергә өйрәнгәнбеҙ. Ләкин йоғошло сир ҡурҡынысы, айбалта һымаҡ, һауала эленеп торғанда, ҙур байрамдар булған осраҡта ла, табындар урынлымы икән?
Читайте нас: