Йоғошло сирҙәр эпидемияһы үтә лә китә, киләсәкте лә хәстәрләргә кәрәк. Дағстан депутаттары Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында тауыш биреү хаҡында онотмауын һорап, Владимир Путинға мөрәжәғәт итте. Ошондай мөрәжәғәттәр башҡа төбәктәрҙән дә килеүе бик ихтимал. Конституцияға индереләсәк яңы үҙгәрештәр халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлай. Белем биреү, эш менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау һымаҡ мөһим мәсьәләләр һәр кешегә Конституция тарафынан гарантияланырға тейеш.
Үҙәк һайлау комиссияһы ла Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса эш башларға әҙер икәнлеген белдерҙе. РФ Президенты хакимиәтендә лә, төрлө мәғлүмәтәргә ҡарағанда, Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе 24 июндә Еңеү Парады менән бер көндө үткәрергә тәҡдим иткән мәғлүмәттәр билдәле. Был осраҡта Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы парад һәм Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү Рәсәй халҡы өсөн ҙур байрамға әйләнер ине.
Хәҙер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был тәҡдимде хуплауы ғына көтөлә.