+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 17:54

РАДИЙ ХӘБИРОВ БАШ ТАБИПТАРҘЫ ТӘНҠИТЛӘНЕ.

Республика Башлығы дауалау учреждениелары баш табиптарының эшмәкәрлеге, ябай халыҡҡа мөнәсәбәте менән ҡәнәғәт түгел. Сөнки урындарҙан табиптар етешмәүенә, сирлеләрҙе дауалауҙа, эште ойоштороуҙағы етешһеҙлектәргә ялыуҙар күп килә.

Берәүгә лә сер түгел, үҙен төрлө йүнәлештәге урынбаҫарҙар менән уратып алған баш табип урыны бик төшөмлө һәм йоғонтоло вазифаға әйләнде. Етәкселәрҙең һәм уларға яҡындарҙың эш хаҡы бик юғары. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының етәкселәренә тәнҡит һүҙҙәре электән йыш әйтелә.
Республика Башлығы: “Элекке ҡаҙаныштарығыҙҙы ҡарап тормаясаҡбыҙ, вазифаларығыҙан бушатасаҡбыҙ!” – тип етәкселәрҙе етди киҫәтте.
Читайте нас: