Хәҙер барлыҡ донъяның ғалимдары шунда ынтыла. Һәр береһе мөһабәт пирамиданы күреп, тотоп, Мысырҙағылары менән сағыштырып ҡарарға теләй.
Яңы асылған пирамида, туризмды ойоштороу йәһәтенән, Төркиәгә, Мысырға, Тунисҡа һәм башҡа ял итеү һәм күңел асыу үҙәктәренә көндәшлек күрһәтмәгәйе. Әлбиттә, автомобиль юлы, тимер юл төҙөгән осраҡ та, аэропорт төҙөү ҙә артыҡ булмаҫ.
Яңы асылған ҡоролманы Урал батыр үҙе төҙөмәнеме икән, тигән фараз да тыуыуы бик ихтимал. Беҙҙе, мәҫәлән, донъяға билдәле сәйәхәтсе һәм офтальмолог Эрнст Мулдашевтың фекере ҡыҙыҡһындыра.
Яңы асылған ҡоролманың поляр һыҙаты кимәлендә булыуы Ер шарының тарихына бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. Тимәк, хәҙер мәңгелең туңлыҡҡа әйләнгән ерҙәрҙә ҡасандыр кешеләр йәшәгән, көтөү-көтөү мамонттар йөрөгән. Тик Ер шарының күсәрен табып, кем 180 градусҡа бороп ҡуйҙы икән?
Ниндәй генә фараздар яңғырамаһын, Ер шарының асылмаған серҙәре әле бихисап. Һәр тәбиғәт ҡомартҡыһы – ҡасандыр яҙылған, ләкин уҡылмаған китап һымаҡ, асаһы ла, асаһы, уҡыйһы ла, уҡыйһы.