+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 17:48

ЙОҒОШЛО СИР. РӘСӘЙҘӘ КОРОНАВИРУСТЫҢ ИКЕНСЕ ТУЛҠЫНЫН КӨТӨРГӘМЕ?

Бөгөн Рәсәй өсөн иҫтәлекле көн. Беренсе тапҡыр бер тәүлектә дауахананан һауығып сығыусылар һаны сирләгәндәргә ҡарағанда күберәк иҫәпләнде. Шулай итеп, хәҙерге көнгә Рәсәйҙә 308705 кешенең сир йоҡтороуы билдәле.

Ошо ыңғай миҫалдар Рәсәй йоғошло сир эпидемияһының иң юғары нөктәһен үтте, тип раҫларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, кисә һауығып, дауахананан 9262 кеше сыҡҡан, 8764 – дауаханаға эләккән. Күренекле Вирусолог Анатолий Альштейн: “Беҙ иң юғары иҫәпте һәм унан һуңғы тигеҙлекте үттек. Әлегә тулы ышаныс юҡ, ләкин шуға оҡшаған: хәҙер сирлеләр һаны тотороҡло кәмергә тейеш”, – ти. Ә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиллеге етәксеһе Мелита Вуйнович: “Бындай сир беренсе тапҡыр теркәлә. Шуға теүәл генә итеп икенсе тулҡын тураһында раҫлау мөмкин түгел. Ләкин кешеләрҙең сирләп, һауыҡҡандан һуң иммунитеты юҡлығын иҫәпкә алһаҡ һәм вакциналаштырыу булмауын иҫтә тотһаҡ, икенсе тулҡындың килеүе бик мөмкин”, - ти.
Читайте нас: