Рәсәйҙең иң баш банкиры, яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина, хаҡтар күтәрелеүе тотороҡланды, сөнки һум башҡа арзанаймаясаҡ, иҡтисад үҫешкә йүнәлеш ала, тип бик ныҡ өмөтләндерҙе. Әгәр Эльвира Сәхипзада ҡыҙына ышанһаң, йылыҡ инфляция ла былтырғы кимәлдә буласаҡ. Яҡын йылдарҙа Үҙәк Банк 4 процент күләмендә инфляция фаразлай.